Cеменова
Альбина Закиевна
Последнее посещение сайта: 23 марта 2016 в 23:44:16
Контактная информация:
телефон: 89659366928
личный сайт: http://nsportal.ru/semenova-albina
Должности:
Учитель предметник:
Башкирский язык (как государственный)
Родной язык и литература (башкирский)
Категория: Первая
Педагогический стаж (лет): 4
Образование:
2005 - 2011
Бирская государственная социально-педагогическая академия (Бирск)
факультет: биологии и химии
специальность: биолог - эколог
Используемые программы:
Программа по башкирскому языку для учащихся I-XI классов школ с русским языком обучения.Автор - Тулумбаев Х.А.Ижевск -2008.
Мои успехи:
Благодарственное письмо Муниципальное автономное учреждение культуры Городская общедоступная библиотека Городского поселения город Благовещенск муниципального района Благовещенский район Республики Башкортостан за активное участие в Городском конкурсе чтецов « Человек. Гражданин. Россиянин» посвященном 95-летию Мустая Карима. Благодарность. Муниципальное общеобразовательное учреждение основная общеобразовательная школа №2 г.Благовещенска за подготовку победителя и призёра районного конкурса чтецов « Мустаевские чтения» Диплом Педагога ,подготовившего победителей 1тура Всероссийской олимпиады по башкирскому языку
Курсы повышения квалификации:
ГАОУ ИРО РБ по программе " Преподавание башкирского языка и литературы в свете ФГОС"
О себе:
Эссе. Мин – уҡытыусы! Мин – Уҡытыусы! Был минең өсөн һөнөр эйәһе генә түгел, ә йәшәү рәүеше. Мин шуның менән йәшәйем һәм бындай тормош миңә оҡшай. Ни өсөн ошо юлды һайланым һуң? Бәлки, яҙмыштыр… Минең бала-сағым Балаҡатай районының Яңыбай ауылында үтте. Мин ауылда рәхәтләнеп еләк йыйып , хуш еҫле сәскәләргә һоҡланып, шаярып, көлөп уйнап үҫтем. Белемде лә тыуған ауылымдың мәктәбендә алдым. Мин бишенсе класта уҡығанда беҙгә биология уҡытыусыһы Зәмирә Әнүәр ҡыҙы килгәнен иҫләйем.Уның дәрестәрен көтөп ала торғайным.Ул шул хәтлем бай,ҡыҙыҡ итеп дәрестәрҙе алып бара ине, иҫеп китеп тыңлай инем.Уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем йылдан йыл арты. Бына шулай мин уҡытыусы һөнәрен һайлаясағымды аңланым! Урта белем биреү мәктәбен тамамлағас, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһына уҡырға килдем.Минең уҡытыусы булам тигән хыялым тормошҡа ашты. Мин –уҡытыусы! Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем, дәртләнеп эшләйем. Хәҙерге ваҡытта Благовещен ҡалаһының 2-се төп белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Һыҙылып таң ата, һәм мин балалар көткән мәктәпкә белем бирергә ашығам. Тағы ла уйланам… Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш һуң? Yҫеп килгән быуынды нимәгә һәм нисек өйрәтергә? Заман үҙгәрә, йәмғиәт һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Ләкин уҡытыусының роле белем биреүсе кеше булараҡ ҡына түгел, ә мөһим тормош һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итеүсе булараҡ та үҙгәрмәй ҡалмай. Мин мәктәптә Уҡыусыларым өсөн ҡыуанам, «Афарин!» тип яҡшы яуаптары өсөн маҡтайым. Бында бер минут та ваҡыт юҡ, сөнки мин кемгәлер кәрәкмен. Уҡыусыларым менән аралашыуҙан ҙур ҡыуаныс табам. Бында минең коллегаларым – уҡытыусылар эшләй. Уларҙың хеҙмәтен, тормош тәжрибәһен, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрен баһалайым, уларҙы хөрмәт итәм. Ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбендә эшләү дәүерендә үҙем өсөн кәрәк тип тапҡан төп йүнәлештәрҙе һайланым: 1.төп ҡиммәттәр: изгелек, мөхәббәт, ғәҙеллек, намыҫ, талапсанлыҡ; 2.туған тел, уны өйрәнеү, һаҡлау; Yҙемде тик башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип кенә һанамайым. Бөгөнгө көндә яңы быуындың рухи ярлылығы, уларҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре борсой, күңелде ҡыра. Һәм беҙҙең тормошто туҡтауһыҙ үҙгәртеп тороусы заман ошондай профессиональ киңлектә эшләүҙе талап итә. Бар эшләгәнем, минең дә, башҡаларҙың да күңелендә ҡала. Һәм ошо яҡлап ҡарағанда уҡытыусы эше – бәхетле кеше һөнәре ул. Уҡыусыма үҙ ғүмерендә башҡорт теленән алған белеме бер тапҡыр кәрәк була икән, минең хеҙмәтем бушҡа түгел тимәк. Һәм мин уларҙың төрлө осраҡтарҙа ла үҙәрен иркен һәм ышаныслы тотоуҙарын теләйем. Эйе, бөгөнгө уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атлай. Уның аҙымдары ышаныслы, ул үҙе ихтирамлы, иғтибарлы, аҡыллы булырға тейеш. Кис инде, ҡараңғы төштө. Яҡты көндө ҡаршылар өсөн өйгә ҡайтам…